3 июль — григориан стиле буйынса йылдың 184-се (кәбисә йылында 185-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 181 көн ҡала.
Халыҡ-ара
Ер: Полиэтилен пакеттарҙан баш тартыу көнө.
- Йәшерен дуҫлыҡ көнө.
- Кондиционерға рәхмәт әйтеү көнө.
Милли
Төбәк байрамдары
Һөнәри
- 1928: АҠШ-та донъялағы тәүге телевизорҙар һатыуға сығарыла.
- 1936: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Дәүләт автомобиль инспекцияһы (ГАИ) ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (1913—31.03.1989), агроном, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районы Киров исемендәге колхоздың йылҡы фермаһы мөдире, 1949 йылдан — колхоз рәйесе, 1954 йылдан «Ҡыҙыл Урал колхозы агрономы, 1966—1971 йылдарҙа Йыланлы ауыл советы рәйесе. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943). Сығышы менән Йыланлы ауылынан.
- Исмәғилев Ғәләү Сиражетдин улы (1918—16.03.1995), философ-ғалим, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан ВКП(б)-ның Ауырғазы район комитеты, 1944—1950 йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре; 1954 йылдан Өфө авиация институтының марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1956 йылдан — Өфө юғары партия мәктәбенең, 1960 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 1971—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылынан.
тулы исемлек
- Мырҙабулатов Салауат Барый улы (1928—25.02.2002), малсы, йәмәғәтсе. Баймаҡ районының элекке һарыҡ көтөүсеһе. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш (1962—1966) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һарыҡ көтөүсеһе (1956). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Мырҙабулат ауылынан.
- Ҡоҙабаев Айҙар Сәйфулла улы (1933), педагог. 1951 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры; 1962 йылдан район мәғариф бүлеге инспекторы, 1967—1971 йылдарҙа — мөдире; 1990—1998 йылдарҙа Аҡъярҙағы 110-сы һөнәри училище уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Сығышы менән Аҡъяр ауылынан.
- Дауытов Әғләм Хәсән улы (1933), нефтсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1956—1994 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау цехының өлкән инженеры, мастеры, НГДУ-ның участка начальнигы, нефть промыслаһы мөдире, партком секретары, цех начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районынан.
- Исламов Йонос Мулланур улы (1938), инженер, ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм именлек органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан ВЛКСМ-дың Ҡалтасы район комитетының беренсе секретары, 1970 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1972 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының икенсе секретары; 1975—1992 йылдарҙа дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, полковник (1986). Почёт ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының Яңы Әшит ауылынан.
- Әхмәтов Хәмзә Рәис улы (1958—13.10.2007), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2000—2007 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Лукьянцева Ирина Александровна (1968), инженер. 1990 йылдан Салауат химия заводы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1850: Альфредо Кейль, Португалия композиторы, илдең дәүләт гимны авторы, сығышы менән Германиянан.
- 1875: Фердинанд Зауэрбрух, Германия хирургы, күкрәк хирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1895: Марк Рейзен, йырсы, Ҙур театр солисы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 1900: Алессандро Блазетти, Италия кинорежиссёры.
- 1900: Маргарита Рудомино, СССР-ҙың китапхана белгесе, хәҙер уның исемен йөрөткән Сит ил әҙәбиәте китапханаһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе етәксеһе.
- 1920: Николай Месяцев, дәүләт эшмәкәре, 1964—1970 йылдарҙа СССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
- 1924: Владимир Богомолов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1925: Марк Орлов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист.
- 1925: Анатолий Эфрос, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, педагог.
- 1935: Харрисон Шмитт, Америка астронавы.
- 1955: Ирина Моисеева, СССР фигуристкаһы, боҙҙа бейеү буйынса ике тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы.
- 1960: Винс Кларк, Британия музыканты, йырҙар авторы.
- 1960: Хокан Лооб, Швеция хоккейсыһы, олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1965: Конни Нильсен, Дания актрисаһы.
- 1970: Сергей Бадюк, СССР һәм Рәсәй актёры, спортсы, йәмәғәтсе.
- 1970: Теему Селянне, Финляндия хоккейсыһы.
- 1980: Лиза Оливия Манн, АҠШ-тың кино актрисаһы.
|