12 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 255-се (кәбисә йылында 256-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 110 көн ҡала.
Халыҡ-ара
Милли
Төбәк байрамдары
Һөнәри
АҠШ: Ҡатын-ҡыҙ полицейскийҙар көнө.
Беларусь: Алдан тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының дәүләт һаҡлауына мохтаждарҙың именлеген тәьмин итеү подразделениелары көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Исламғолова Ынйы Әхмәт ҡыҙы (1935), педагог-методист. 1963—1973 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты методисы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Сабаҡлы ауылынан.
- Хисмәтуллин Йәмил Ғәтфән улы (1940), урман белгесе. 1963—2001 йылдарҙа Туймазы тәжрибә-урман хужалығы эшсеһе, шул иҫәптән 1974 йылдан механизацияланған отрядтың тракторсы-машинисы. РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). 2-се (1986) һәм 3-сө (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайы Кедровка ауылынан.
- Хәйруллин Шамил Фәйзи улы (1960), инженер-электрик, хужалыҡ эшмәкәре, 1993 йылдан Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһының лаборатория инженеры, участка мастеры, баш инженеры, 2011 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы (1946), инженер-механик-ғалим. 1968 йылдан өҙөклөк менән «Салауатнефтемаш» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан цех начальнигы, 2005—2008 йылдарҙа генераль директорҙың беренсе урынбаҫары; 2008 йылдан Өфөләге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
- Харисов Рифат Самат улы (1946), комсомол һәм партия органдары, сәнәғәт тармағы ветераны. 1970 йылдан Өфө агрегат-етештереү берекмәһенең инженер-технологы, 1973 йылдан — ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары һәм секретары, 1980 йылдан — партком секретары, 1985 йылдан — баш инженер урынбаҫары; 1989—2010 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводының баш конструктор урынбаҫары һәм баш конструкторы, завод директоры урынбаҫары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Ғилмийәрова Софья Григорьевна (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-педагог. 1976 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1987 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Панов Александр Иванович (1922—13.12.2012), авиатор, үҙешмәкәр скульптор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, осоусы-истребитель. Өфө моторҙар заводы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1982). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Алапаевск ҡалаһынан.
- Рахманғолов Хажғәли Хажмөхәмәт улы (1927—2.08.1989), механизатор. 1948—1987 йылдарҙа Сибай ҡалаһындағы «Дружба» ярҙамсы ауыл хужалығы предприятиеһы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан.
- Даукаев Марат Фуат улы (1952), балет артисы. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1974 йылдан — Пермь опера һәм балет театры, 1977 йылдан — Ленинградтағы Мариин театры солисы. 1997 йылдан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983) һәм М. И. Глинка исемендәге дәүләт премияһы (1977) лауреаты. Халыҡ-ара балет артистары конкурсы Варна ҡалаһы, Болгария, 1972) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Алсынбаев Шәрифулла Сәйфулла улы (1962—17.09.2010), театр актёры. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, 1992 йылдан — баш администраторы, 1995 йылдан — директоры; 1998 йылдан Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры; 2009—2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Йомаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Владимир Спиваков (1944), СССР һәм Рәсәй дирижёры, скрипкасы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1990). «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры (2019). СССР-ҙың (1989) һәм Рәсәйҙең (2012) Дәүләт премиялары лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дилмөхәмәтов Рәмил Хөрмәт улы (1954), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2013—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары, 2017-2018 йылдарҙа — «Башкирдортранспроект» институты директоры. Башҡортостан Республикаһының I һәм II саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы һәм «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе.
Дөйөм исемлек
- 1933: Татьяна Доронина, СССР һәм Рәсәй театр һәм и кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1981).
1992: Нәҡи Иҫәнбәт, Башҡортостандың Салауат районында тыуған яҙыусы, драматург һәм тел ғалимы. Татарстандың халыҡ яҙыусыһы һәм республиканың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
|